+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
7 Март 2021, 20:00

Энә булмаһа...

Берәй кейем йыртылһа йә төймәһе төшһә, тиҙ генә энә ярҙамында уны тағып та ҡуяһың, тишелгән ергә ямау һалып ебәрәһең.

Ә энә булмаһа нимә эшләр инек икән? Бынан бик күп быуат элек кеше төймә тағыу өсөн ҡорос йәки бронза таяҡсыҡ ҡулланған. Ҡайһылары хатта ағас, һөйәк файҙаланған. Ул ваҡытта был эш бик мәшәҡәтле лә булып һаналған әле.
Бары тик XV быуат баштарында ғына беренсе энәләр барлыҡҡа килгән. Уны кем уйлап сығарғанлығы әлегә тиклем билдәһеҙ. Тик ҡайһы бер ғалимдар Париждағы тимер сым яһаусы Туранжо атлы кеше уйлап тапҡан, тип фаразлай. Ул заманда энә ҡиммәтле әйберҙәрҙән һаналған. Француз короле Людовик XI ҡыҙына, тип әҙерләгән бүләктәре араһында бер нисә энә лә була. Франциянан энәләрҙе Англияға, Германияға, Рәсәйгә ебәрәләр. XVIII быуат башында уларҙы күпләп яһай башлағандар. Бөгөнгө көндә шкафтың бер ситендә генә ятҡан энә, ҡасандыр бик тә мөһим әйбер булып һаналған. Байҙар хатта махсус алтын һәм көмөштән эшләткән ти, имеш.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: