Телефон аппаратын уйлап сығарған американ Александр Белл сымдың теге яҡ осондағы кешенең иғтибарын йәлеп итер өсөн «Эхой!» тигән һүҙ уйлап тапҡан. Ул моряктар теленән алғанда «Эй, һеҙ, палубалағылар!» тигәнде аңлата.
Александр Беллдың эшен тағы ла камиллаштырған Томас Эдисон телефондан һөйләшеү өсөн «Хэллоу!» тигәнде ҡуллана. Ул беҙҙеңсә «Сәләм»гә тура килә. Телефонлаштырыу йылдам үҫешкән һайын, «Хэллоу!» һүҙе лә күп илдәргә тарала башлай. Теге йәки был илдә файҙаланғанда, ошо телдең үҙенсәлектәренә ҡарап, әлеге һүҙ ҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр кисергән. Мәҫәлән, француздарҙа «х» өнө булмау сәбәпле, ул көнкүрешкә «Алло!» тип инеп киткән.
Рәсәйҙә лә тап шул рәүешле ҡабул ителгән. Ләкин ҡайһы бер илдәр үҙҙәренсә сәләмләү һүҙе уйлап сығарған. Итальяндар: «Пронто!» – ти. Беҙҙеңсә – «Әҙер!» тигәнгә тура килә. Гректар: «Эмброс!» – ти. Ул «Алға!» тигәнде аңлата. Япондар: «Моси-моси!» – тип сәләмләй. Йәғни «Һөйләш-һөйләш!» Ә төрөктәр: «Әфәндем», – ти. Был һүҙ барыбыҙға ла таныш, шулай бит?
Әлеге йәштәр ҙә замандан артта ҡалмай, төрлө һүҙҙәр уйлап сығара. Транспортта китеп барғанда берәйһенең телефоны шылтыраһа, кемдең сәләм ебәреүенә ҡарап, «Эйе», «Сәләм, гүзәлем», «О-о, привет, братан!» кеүек һүҙҙәр ишетергә мөмкин.