+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
1 Июль 2021, 10:13

Байкал

Ерҙәге иң тәрән күл – Байкал. Уның тәрәнлеге – 1 мең 642 метр.

Күлгә 300-ҙән ашыу бәләкәй һәм ҙур йылға ҡоя. Һыуы йыл буйына һыуыҡ, хатта иң эҫе ваҡытта ла 8 – 10 градустан артмай. Ныҡ таҙа ла. 40 метр тәрәнлектәге төбөндә таштарҙы күрергә була. Составы яғынан күлдең һыуы кислородҡа бай, минераль тоҙҙар бик аҙ күләмдә.

Күлдә 2 мең 630 төр хайуан һәм үҫемлек бар. Уларҙың күбеһе ошонда ғына йәшәй. Шулай уҡ 52 төр балыҡ һанала. Байкалдың 27 ҙур һәм бәләкәй утрауы бар.
Читайте нас: