+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
12 Август 2021, 12:35

Альбом

«Альбом» латин теленән тәржемә иткәндә «аҡ» тигәнде аңлата.

Альбом
Альбом

Боронғо Римда аҡ гипс менән ҡапланған таҡтаны альбом тип йөрөткәндәр. Аҡ таҡтаға төрлө хәбәрҙәр, бойороҡтар, күр-һәтмәләр, һуғыш яланында батырлыҡ күрһәтеүсе, еңеүсе һуғышсыларҙың исемдәре яҙылып, бөтә кеше күрерлек урынға элеп ҡуйылған.
Һуңғараҡ ҡытайҙар ҡағыҙ яһау серен аса. Ә урта быуат рыцарҙары альбомдың аҡ биттәренә үҙҙәренең нәҫел тарихын (шәжәрәһен), билдәле кешеләрҙең аҡыллы һүҙҙәрен яҙып ҡуя.
Француздар иһә китап кеүек төпләнгән аҡ ҡағыҙ биттәрен альбом тигән. Ул һүрәт эшләү, автографтар яҙыу, коллекциялар йыйыу өсөн файҙаланылған.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: