-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
17 Август 2021, 10:25

Гәрәбә

Таштарҙың ерҙә хасил булғанын беләһегеҙ инде.

Гәрәбә
Гәрәбә

Ә гәрәбә борон замандарҙа ҡарағай­ҙарҙың диңгеҙгә ағып төшкән һутынан барлыҡҡа килгән тип фаразлана.
Ул осорҙа ҡояш әлегенән күпкә нығыраҡ ҡыҙҙырған. Ә ҡарағайҙан ағып төшкән сайырға ылыҫ, бөжәктәр кеүек төрлө нәмәләр ҙә йәбешкән. Шуға ғалимдар гәрәбәне тикшереп, унда ҡатып ҡал­ған һүрәттәр буйынса 100 миллион йылдар элек ерҙәге тормошто, унда ниндәйерәк йән эйәләре йәшәүен дә самалай.
Үтә күренеүсән быяла булмаған саҡта гәрәбә күҙлек, лупалар яһау өсөн файҙаланылған. Ә гректар айырыуса уның тартыу көсө булыуына әһәмиәт биргән. Ысынлап та, гәрәбәне нимәгәлер ышҡыһаң, унда еп, ҡағыҙ киҫәге йәбешеп ҡала.

Фото: www.instagram.com

Читайте нас: