+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
18 Август 2021, 16:52

Имеш, бергә осалар

Күп ҡоштар август аҙаҡтарында уҡ йылы яҡтарға китә.

Шундай уҡ сәфәрҙе хәстәрләп йөрөгән ҡара ҡарғалар өйөрҙәрендә сәүкәләрҙе лә күреп, был ҡоштарҙың үҙ-ара татыулығына һоҡланып ҡуяһың.
Халыҡта әлеге күренешкә ҡарата ошондай ҡыҙыҡ ҡына фаразлау йөрөй. Имеш, был ҡоштар үҙҙәренсә көньяҡҡа бергәләп юлланырға һүҙ беркетеп шулай мәж килә. Тик иртәгеһенә, сәүкәләр йоҡонан уянғансы, ҡара ҡарғалар уларҙы ҡалдырып, таң менән китеп баралар икән. Асылда сәүкәләр ҡара ҡарғалар менән бергә сәфәргә ҡуҙғала. Тик юлда ҡыш сығырлыҡ ауыл йә ҡала осрат-һалар, тегеләрҙән айырылып ҡалып, шунда ҡышлайҙар.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: