+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
20 Август 2021, 14:34

Арена ниңә 13 метр?

Бөтә донъялағы цирктарҙың да арена диаметры теүәл 13 метрға тиң.

Арена ниңә 13 метр?
Арена ниңә 13 метр?

Был үлсәм әлеге көндә лә шу-лай ҡала килә. Сөнки тап ошондай түңәрәк буйынса атҡа сабыуы уңайлы, һыбайлыға ла аяғөҫтө килеш барыуы еңелерәк. Ә ат өҫтөндә акробатик номерҙар башҡарғанда был бик мөһим икән.
1768 йылда Филипп Астли тигән кеше Лондонда тәүге тапҡыр цирк күрһәтә. Дөрөҫ, ул тамашаһын цирк тип атамаған, ә «Астли амфитеатры» тип нарыҡлаған. «Цирк» һүҙен иһә ошонан алыҫ түгел ерҙә «Король циркы»н асҡан Джон Хьюджес индергән.
Үҙенә конкуренттар барлыҡҡа килгәнен күргән Астли программаларын клоундар, жонглёрҙар, гимнастар һәм канат буйлап йөрөүселәрҙең дә сығышы менән байытҡан. Шулай итеп хәҙерге заман циркы килеп сыҡҡан.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: