+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
23 Август 2021, 14:15

Электән кейгәндәр

Ҡыҙҙарға гимназия формаһы тураһында ҡағиҙә 1896 йылда барлыҡҡа килә.

6 – 9 йәшлектәр – көрән, 9 – 12 йәшлектәр – зәңгәр, 12 – 15 йәшлектәр – һоро, 15 – 18 йәшлектәр аҡ күлдәк кейергә тейеш була. Әммә 1918 йылда, революциянан һуң, мәктәп формаһын бөтөрөү тураһында декрет сығарыла. 1949 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас ҡына, СССР-ҙа берҙәм мәктәп формаһы индерелә. Малайҙар – гимнас-тёрка, ҡыҙҙар көрән йөн күлдәк һәм ҡара алъяпҡыста йөрөргә тейеш була. 1970 йылда мәктәп уставында форма мотлаҡ тип һанала әле. Ә 1992 йылда Рәсәйҙә мәғариф тураһында яңы ҡанун буйынса ул бөтөрөлә.
Бөгөн форма кейеү мәсьәләһен белем усаҡтары, етәкселәр, ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Күп урындарҙа ул мәктәп тормошоноң мотлаҡ атрибуты булараҡ индерелгән. Был бигерәк тә лицей, гимназияларға хас.

Мәктәп формаһы ни өсөн кәрәк?

* Ул мәктәптә дәрестәрҙә шөғөлләнер өсөн эшлекле мөхит булдыра.
* Уҡыусыны тәртипкә, эшлекле стилдә кейенергә өйрәтә.
* Берҙәм мәктәп формаһы тиҫтерҙәр араһында кейем буйынса ярышыуға сик ҡуя.
* Мәктәп формаһы кейгән бала кейем тураһында түгел, ә уҡыу тураһында уйлай.
* Форма үҙеңде уҡыусы һәм билдәле коллективтың бер ағзаһы итеп тойорға булышлыҡ итә.

Фото: best-mother.ru, demotivation.ru, Twitter

 

Электән кейгәндәр
Электән кейгәндәр
Электән кейгәндәр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: