-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
24 Август 2021, 13:15

Биш күҙе бар...

Хоккей шайбаһының тиҙлеге сәғәтенә 160 саҡрымға етә ала.

Кеше ғүмеренең ике аҙнаһын светофор сигналының алмашҡанын көтөп үткәрә.
***
Донъяла һәр көн һайын уртаса 33 яңы әйбер барлыҡҡа килә. Шуларҙың 13-ө – уйынсыҡтар.
***
«Испания»ның тәржемәһе «йорт ҡуяндарының ере» була икән.
***
Ер йөҙөндә тараҡандар 250 миллион йыл йәшәй. Шул ваҡыт эсендә улар бер ниндәй үҙгәреш тә кисермәгән.
***
Аҡ айыуҙың тиреһе ҡара.
***
Имән ағасында сәтләүектәр булһын өсөн уға кәмендә 50 йыл үҫергә кәрәк.
***
Бал ҡортоноң 5 күҙе бар.
***
Йоҡлағанда кешенең кәүҙәһе ярты сантиметрға оҙонораҡ була.
***
Пингвин 3 метр бейеклеккә һикерә ала.
***
1863 йылда Жюль Верн «Париж ХХ быуатта» тигән китабында автомобиль, факс һәм электр ултырғысы тураһында һүрәтләй. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыу-сыны иҫәргә һанап, ҡулъяҙма-һын кире ҡайтара.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: