+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
26 Август 2021, 12:55

Бесәйҙәр донъяһынан

Бесәйҙәрҙе кескәйҙәр генә түгел, өлкәндәр ҙә ярата.

Бесәйҙәр донъяһынан
Бесәйҙәр донъяһынан

Японияла, мәҫәлән, йорт ҡапҡаларына уның һыны ҡуйыла. Был өй эсендә ҡот барлығын белдерә. Ә Рәсәйҙә яңы өйгә иң беренсе мыраубикәне индереү яҡшы һанала.
***
Бесәй аҫраусылар күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, оҙағыраҡ йәшәйҙәр, имеш. Инфаркт осраҡтары ла һирәк икән. Ҡан баҫымың юғары булһа, яратҡан йорт хайуаныңдың башынан һыйпау ярҙам итә.
***
Иҫәпләп сығарыуҙарынса, сысҡан тотоусы бер бесәй йылына 10 тонна бойҙайҙы һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә. Шуға Англияла уларҙы аҙыҡ-түлек келәттәрендә ҡарауылсы сифатында файҙаланалар.
***
Германияла бесәйҙәр музейы бар. Унда 3 мең экспонат иҫәпләнә.

Фото: pixabay.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: