+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
27 Август 2021, 13:30

Сәй

Сәй тураһындағы яҙмалар 1115 йылдарға ҡайтып ҡала.

Сәй
Сәй

Ул ҡытай­ҙарҙың «Ағастар тураһында» тип исемләнгән китабында былай һүрәтләнә: «Сәй тәме буйынса әскелтем. Уны эскән кешенең уйлау һәләте арта, йоҡомһорау кәмей, тәне еңеллек кисерә һәм күҙҙәре яҡшыраҡ күрә башлай».
Рәсәйгә был эсемлек XVII быуатта килеп инә. Тәүҙә уны тик дворяндар һәм баярҙар ғына ҡулланһа, артабан ябай халыҡ араһында ла тарала.
Бөгөн 1 мең 500-ләп төрө бар, 25 ил­дә үҫтерелә. Мәҫәлән, аҡ, йәшел, ҡара, ҡыҙыл, зәңгәр, һары…
Сәй табыны бер байрамды ла урап үтмәй, матур йола булып киткән. Һәр ғаиләлә уны эсеүҙең үҙ тәртибе, үҙ һауыт-һабаһы бар.
Әгәр кеше көнөнә бер сынаяҡ сәй эсмәһә, башы ауырта, үҙен насар тоя башлай. Тикшеренеүҙәр буйынса, эсемлек тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһонан да һаҡлай икән. Беҙҙең организм уға бик ныҡ күнеккән. Төп сәбәпсе – кофеин, шулай уҡ уның составында B1 витамины, марганец, тимер, эфир майҙары һәм башҡа матдәләр күп.
Ҡытай кешеләре: «Бөтә донъя сәйнүк эсенә һыя», – тигән. Быға сәбәп тә бар, ерҙә, һыуҙан ҡала, сәй – иң күп ҡулланылған эсемлек.

Фото: ogorodsadovod.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: