+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
30 Август 2021, 16:03

Бешерә белһәң, баҡа ла, йылан да тәмле

Ныҡ үҫешкән, цивилизациялы илдәр бындай ризыҡ ашарға риза булырмы икән?

Бешерә белһәң, баҡа ла, йылан да тәмле
Бешерә белһәң, баҡа ла, йылан да тәмле

Голландия диетологы, халыҡ-ара эксперименталь аҙыҡ-түлек йәм­ғиәте ағзаһы Морган Гэйн әйтеүенсә, башта бөжәктәрҙе төп ризыҡҡа ҡатнашма итеп ҡушып алырға мөмкин. Мәҫәлән, кәтлиттәрҙе 70 процент ит һәм 30 процент саранчанан эшләп ҡарарға кәрәк, тип тәҡдим яһай. Әлбиттә, тәүҙә уны ваҡланған йәки кип­тереп төйөлгән рәүештә ҡушып бутарға кәңәш итә.
Вьетнамға барған беҙҙең туристарға баҡа менән йылан ашатҡандар. Хәйер, күптәр нимә ашағандарын да һиҙмәгән. Баҡаны ҡамырға әүәләп ҡыҙҙыр­ғас, күптәр, гид әйткәнсә, бәләкәс кенә ҡыр ҡошо тип һыйланған. Аҙаҡ ҡына баҡа икәнен беләләр. Ә йыланды ниндәй тәмле колбаса тип яратып ашағандар. Уға һөт тултырып эшләгәс, ысынлап та, йылҡы ҡаҙыһына оҡшап киткәндер, күрәһең. Ризыҡты нисек әҙерләү ҙә бик мөһимдер. Мәҫәлән, Балиҙа эре сиңерткәләрҙең ҡанаттарын ҡайырып алып ташлағас, йә тиҙ генә грилдә ҡыҙҙыралар, йә имбир, һарымһаҡ менән бергә кокос һөтөндә бешерәләр. Сиңерткәләрҙән бында шулай уҡ кокос майында ҡыҙҙырып, өҫтөнә шәкәр һибеп, һурып йөрөргә кәнфит тә эшләйҙәр.
Мексика, Колумбия, Австралия, Көньяҡ Африкала ҡыҙҙырылған ҡырмыҫҡаларҙы бик яраталар. Колумбияла, мәҫәлән, уларҙы попкорн урынына кинотеатрҙа бирәләр.
Ауыл ерҙәрендә ҡырмыҫҡаларҙы япраҡҡа төрөп, ут өҫтөндә тотоп алһаң да, ашарға яраҡлы була. Сәтләүек тәменә оҡшаған кетерләп торған тәмлекәс урындағы халыҡтың күңеленә хуш килә.
Хәҙерге Замандың тағы бер аҙығы – ылымыҡ. Ул бик тиҙ үҫә һәм океанда ла үрсергә мөмкин. Ылымыҡтарҙы аҙыҡ урынына ғына түгел, ә яғыулыҡ итеп тә файҙаланалар. Хатта уларҙан эшләнгән гранулдарҙы икмәк, ярымфабрикаттар, сосискалар, сыр эшләгәндә тоҙ урынына ҡулланалар.
Шуға бөгөн өҫтәлдәребеҙҙә булған тәбиғи ризыҡтарҙың ҡәҙерен беләйек. Тәбиғәт беҙгә бер нәмәһен дә йәлләмәй бит. Эйелеп өҙөп алырға йә үҙеңә үҫтерергә иренмәҫкә генә кәрәк.

З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләне.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: