+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Беләһеңме?
31 Августа 2021, 09:20

Төрлө илдә төрлөсә

Иртәгә уҡыуға саҡырып, мәктәптәрҙә ҡыңғырау шылтыраясаҡ.

Төрлө илдә төрлөсәТөрлө илдә төрлөсә
Төрлө илдә төрлөсә

Ә бына Австралияла уҡыу йылы февралдә генә башлана, Германияла – октябрь уртаһында, Японияла – апрелдә, Таиландта – майҙа, Сингапурҙа – ғинуар­ҙа. АҠШ-та айырым ваҡыт билдәләнмәгән. Һәр штатта төрлөсә мәктәпкә баралар: ҡайһылары – июлдә, берәүҙәре – августа, бәғзеләре – сентябрҙә. Испания, Италияла 1 октябргә тиклем парта артына ултырырға тейештәр. Һиндостанда дәрестәр июнь, июль, августа, хатта апрелдә башланыуы мөмкин. Көньяҡ Корея уҡыусылары мартта белем үрҙәренә артылырға ашыға.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас