+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
4 Сентябрь 2021, 10:30

Табип ағастар

Ағастарҙың сәләмәтлегебеҙгә тәьҫир итеүе хаҡында күптәрегеҙ ишетеп беләлер әле.

Табип ағастар
Табип ағастар

Әйҙәгеҙ, булмаһа, табип ағастарҙың үҙҙәре менән танышып китәйек.

Ҡайын. Япраҡтары һәм бөрөләре күп төрлө ауырыу­ҙарға дауа. Мәҫәлән, иртә яҙҙа һыулы вазаға ултыртыл­ған ҡайын ботағы нервы һәм ҡан тамырҙарына фай­ҙалы.
Имән. Кешеләрҙе көслө энергия менән туйындыра. Уның эргәһендә булыу үҙ-үҙеңә ышаныс көсөн, эшләү һәләтен арттыра.
Тирәк. Һауаны автомобиль газдарынан, ағыулы матдәләрҙән таҙарта. Ә йәш тирәк япраҡтары иһә кешене тынысландыра.
Миләш. Һағыш һәм яңғыҙлыҡ билдәһе. Кешегә эске донъяһын аңларға ярҙам итә.
Йүкә. Бик көслө энергияға эйә. Ул йортто бәхетһеҙлектән һаҡлай, тигән ышаныу бар. Шуның өсөн йорт тирә­һенә иң беренсе был ағас­ты ултыртырға тырышығыҙ.
Өйәңке. Кешеләргә битараф ағас. Япраҡтарын ҡурҡмайынса йыйырға була, улар һөйөнөс кенә килтерә, тиҙәр.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: