+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
6 Сентябрь 2021, 14:35

6 сентябрь – Китап уҡыу көнө

Китап уҡыусыға һигеҙ кәңәш:  

6 сентябрь – Китап уҡыу көнө
6 сентябрь – Китап уҡыу көнө

*Китапханала китап һайлағанда кәштәләрҙә уларҙың теҙмәһен боҙмаҫҡа тырыш;

*Уны алып ҡарағандан һуң урынына ҡуй;

*Китапты һайлап алғандан һуң үҙеңдең формулярыңа яҙҙырып ал;

*Уҡып бөткәс ваҡытында тапшыр, ҡалғандар уны көтәлер, бәлки;

*Ҡояшҡа ҡуйма, тышлығы уңып, һарғайып бөтөр;

*Ашағанда китап уҡыма, бысратырһың. Уҡығанда ҡайырып тотма, биттәренең  мөйөшөн бөкләмә;

*Уҡып туҡтаған урыныңа ҡәләм менән тамға яһама, йоҡа ҡағыҙ йәки ептән эшләнгән билдә ҡуллан;

* Китаптың биттәрен асҡанда бармаҡты төкөрөкләмә.

Фото: clipartkey.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: