+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
14 Сентябрь 2021, 15:50

Тарихҡа күҙ һалһаҡ

*1971 йылда тәүге тапҡыр электрон почта уйлап табалар.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ
Тарихҡа күҙ һалһаҡ

Бер йылдан һуң уның адресында классик тамға – @ ҡулланыла башлай.
* 1972 йылда компьютерҙар араһында бәйләнеш булдырыусы Internet селтәре барлыҡҡа килә. Ҡулланыусылар һаны 2 меңгә етә.
* 1976 йылда ике компьютерҙы ябай телефон бәйләне­ше аша тоташтырыусы про­грамма килеп сыға.
* 1979 йылда электрон хаттарҙа тәүге «смайлик»тар күренә башлай.
* 1990 йылда сайттарҙы туп­лаусы домен *.su булдырыла, йәғни Рунет барлыҡҡа килә.
* 1991 йылда «Бөтә донъя селтәре» (инглиз телендә ­– World Wide Web) тыуа. Ул беҙгә W W W рәүешендә билдәле. ­­
* 1998 йылдың 20 мартында беренсе тапҡыр Бөтә донъя интернет көнө билдәләнә.

* 1999 йылда МР3 форматындағы тәүге музыкаль файл­дар килеп сыға.

Фото: www.myshared.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: