+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
20 Сентябрь 2021, 11:35

Бөгөн – Дөгө көнө

Дөгө – йылы яҡтарҙа һуғарып үҫтерелгән, оҙонса аҡ бөртөклө үҫемлек.

Бөгөн – Дөгө көнө
Бөгөн – Дөгө көнө

Ана шул башаҡлы үҫемлектең туҡланыу өсөн ҡулланылған орлоғо була инде. Етештереү кимәле буйынса бойҙайҙан бер аҙ ҡалышһа ла, Ер шарында бик күп халыҡ өсөн яратып ашалған ризыҡ төрө.

Углеводтарға, фосфор кислотаһына бай, шул уҡ ваҡытта аҡһым матдәһенең аҙ булыуы менән айырылған ярма Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Ҡытай халҡының милли ризыҡ төрө булып һанала.

Дөгө бөртөктәренән - ярма һәм крахмал, ә уның бәбәгенән  май етештерәләр. Оно бер ниндәй ҙә ҡушымтаһыҙ икмәккә бармай, шуға ла бындай ондан бутҡа йәки бәлеш бешерәләр. Шулай уҡ дөгө оно косметика етештерелгән фабрикаларға ла оҙатыла. Ни өсөн тиһегеҙме?Ул буҙыр етештереүҙә лә ҡулланыла.

Дөгөнән әҙерләнгән ашамлыҡтар бик күп төрлө. Улар араһында иң киң билдәлеһе – былау, ризотто. Японияла “моти” тип исемләнгән ҡабартма һәм сәй тантанаһы өсөн тәмлекәстәр әҙерләйҙәр. Һауалы дөгө (воздушный рис) – япондарҙың иң яратҡан ашамлығы. Консистенцияһы менән был аҙыҡ поп-корнға тартым, тик бер аҙ шымараҡ һәм йомро. Ҡайһы ваҡыт уны ҡаты кәнфит һәм казинаки формаһында лә эшләйҙәр.

Фото: womendays.org    

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: