+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
21 Сентябрь 2021, 14:50

Ҡара сәй файҙалы, ти япондар

Ҡара сәй эсеү сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай һәм һөйәк системаһын нығыта, тигән һығымтаға килгән Осака университетының япон белгестәре.

Ҡара сәй файҙалы, ти япондар
Ҡара сәй файҙалы, ти япондар

Ғалимдар эсемлектең сос­тавына ингән полифенолдың остеопороз сирен дауалауын асыҡлаған.
Тикшеренеү барышында һөйәктәре зарарланған сысҡандар менән тәжрибә лә үткәреп ҡарағандар. Уларға тейешле күләмдә полифенол һалынған иретмәне ҡан тамырҙары аша ебәргәндәр. Бер нисә көн үтеү менән кимереүселәрҙең хәле яҡшырыуы күҙәтелгән. Дауалау мәлендә улар 20 сынаяҡ сәйгә торошло миҡдарҙа полифенол алған.
Япон ғалимдары ғына түгел, ҡытайҙар ҙа көн һайын 1 – 2 сынаяҡ ҡара сәй эсеү һөйәк һыныу хәүефен 28 процентҡа кәметә, тип белдергән.

Фото: nl-ru.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: