+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
22 Сентябрь 2021, 10:20

Полиция таяғы ниңә аҡлы-ҡаралы?

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү һағында тор­ған полиция хеҙмәткәр­ҙәре ҡулланған был таяҡ барлыҡҡа килгәндән алып бер нисә тапҡыр үҙгәргән.

Полиция таяғы ниңә аҡлы-ҡаралы?
Полиция таяғы ниңә аҡлы-ҡаралы?

Тәүҙә ул аҡ төҫтә бул­ған һәм оҙонлоғо 1 метр­ға еткән.
Октябрь революция­һынан һуң ҡыҙыл төҫкә алмашынған. 1922 йылда оҙонлоғо 49 сантиметр тәшкил иткән. Әммә ҡыҙыл төҫ урамдағы төҫтәр араһында юғалып ҡалған, шуға уны күптәр күрмәгән. 1930 – 1939 йылдарҙа милицияла таяҡты бөтөнләй фай­ҙаланмағандар. Ул ва­ҡытта хәрәкәт бик күп булмаған. Шуға ла әлеге таяҡтың юҡлығы ла һи­ҙелмәгән.
Яңынан ҡулланышҡа индерергә уйлағас, таяҡ өсөн аҡ һәм ҡара төҫ һайланған. Был юҡҡа түгел икән: сөнки кешенең күҙе төрлө төҫтәргә ҡарағанда аҡ менән ҡараға нығыраҡ иғтибар итә. Ҡалған төҫтәрҙең барыһы ла ҡараңғыла һоро кеүек күренә икән. Ә аҡ менән ҡара нисек бар, шул килеш ҡала.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: