+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
28 Сентябрь 2021, 12:15

Емеш-еләк тә, йәшелсә лә түгел

Ананас – планеталағы иң ғәжәп үҫемлектәрҙең береһелер, моғайын. 

Емеш-еләк тә, йәшелсә лә түгел
Емеш-еләк тә, йәшелсә лә түгел

Бер үк ваҡытта әсе лә, баллы ла. Ләкин ул емеш-еләк тә, йәшелсә лә түгел. Үлән ул. Күптәребеҙ субтропиктарҙа үҫкән емеште пальмала үҫә, тип уйлай. Тик был йәнһүрәт һәм балалар өсөн энциклопедия авторҙарының хатаһы арҡаһында килеп сыҡҡан хәл. 1965 йылда төшөрөлгән “ Бонифаций каникулы”  йәнһүрәтендә авторҙар был тропик емеште пальмала үҫә, тип һүрәтләй. Ә ысынында иһә ананас -үлән үҫентеһенең башында формалашҡан, япраҡтар бәйләме уртаһында барлыҡҡа килгән алтынһыу-һоро төҫтәге тубырсыҡ.  Әлеге үлән үҙенә дымды туплап, 50 – 60 сантиметр бейеклектә үҫергә мөмкин. Тыуған яғы – Бразилия һәм Парагвай  араһында урынлашҡан Мату-Гросу платоһы.  Хәҙер уны Таиландта, Филиппин утрауҙарында, Ҡытай һәм АҠШ-та, Бразилия, Һиндостан, Вьетнам, Куба, Мексика, Тайвань һәм башҡа илдәрҙә үҫтерәләр.

Фото: kumushka.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: