+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
28 Сентябрь 2021, 15:55

Зыяны ла күп

Ни өсөн бушаған пластик шешәне башҡаса ҡулланырға ярамай?Аңлатабыҙ.

Зыяны ла күп
Зыяны ла күп

Минераль һыуҙан, тәмле һыуҙарҙан бушаған  һауытты тағы ла ҡулланырға күнеккәнбеҙ. Хужабикәләргә һөт, һыу буйына барғанда ниндәй ҙә булһа эсемлек һалып алыр өсөн дә бик уңайлы һауыт. Тышҡа уйнарға сыҡҡан баланың ҡулына ла ҡасандыр бушаған шешәгә һыу һалып тотторабыҙ. Ғалимдар фекеренсә, бер тапҡыр асылған пластик шешәне яңынан ҡулланырға ярамай. Буш шешә эсендә тиҙ арала күҙгә күренмәгән бәләкәс ярыҡтар барлыҡҡа килә. Улар зарарлы микробтар һәм бәшмәктәр өсөн бик тә ҡулайлы мөхит тыуҙыра. Араларында иң ҡурҡынысы – норовирус. Шешәне нисек кенә тырышып йыума, ә микробтар үрсей генә бара.

Канада ғалимдары мәктәп уҡыусылары өйҙән һыу һалып алып килгән 76 пластик шешәне тикшергән. Күпселегендә норовирус “норма”нан артыҡ табылған. Белгестәр аңлатыуынса, бер тапҡыр асылған шундай һауыт өй температураһында торғанда унда кеше сәләмәтлеге өсөн зарарлы бактериялар йыйыла.  Кеше үҙе лә һиҙмәҫтән ағыуланырға мөмкин.  Шулай итеп, пластик шешәне бер нисә тапҡыр йыуырға, ҡайнар һыу аҫтында тоторға ярамай. Был осраҡта унан ағыулы химик матдәләр бүленеп сыға. Иң яҡшыһы – һыу һалыу өсөн тәғәйенләнгән махсус шешә һатып алыу.

Фото: deal.by

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: