+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
4 Октябрь 2021, 14:05

Донъя чемпиондары

Вильгельм Стейниц (1836 – 1900, Австрия).

Донъя чемпиондары
Донъя чемпиондары

Шахмат буйынса иң тәүге донъя чемпионы. Шуныһы ҡыҙыҡ: иң көслө шахматсы булып 1866 йылда уҡ таныла. Шахмат короле һаналған Адольф Андерсенды ота ул. Ә 20 йыл уҙғас, Йоганнес Цукертортты еңеп, рәсми рәүештә беренсе донъя чемпионы исемен яулай.
Стейниц шахмат тажы өсөн тағы ике матч­та Михаил Чигорин һәм Исидор Гунсберг менән осрашыуҙа уңышҡа ирешә.
Эммануил Ласкер (1868 – 1941, Германия). Икенсе донъя чемпионы. XIX быуат аҙағында Стейницты еңә, ә ике йылдан матч-реваншта тағы ла уны ота.
Ласкер 27 йыл буйы шахмат тажын берәүгә лә бирмәй. Тик 1921 йылда ғына Хосе Рауль Капабланканан еңелеп ҡуя.

Донъя чемпиондары
Донъя чемпиондары
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: