+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
18 Октябрь 2021, 12:10

Йырҙың ҡанаты бар!

Йыр, көй кешегә ыңғай тәьҫир итә, ти белгестәр.

Йырҙың ҡанаты бар!
Йырҙың ҡанаты бар!

Уйын ҡоралдарында уйнау – ваҡ моториканы үҫтереү тигән һүҙ. Ике ҡул менән дә уйнаған  фортепиано, аккордеон, баян кеүектәрендә шөғөлләнеү, баш мейенең ике ярымшары ла әүҙемләшкәнлектән, мәғлүмәтте яҡшыраҡ ҡабул итеүгә килтерә. Йырлағанда бала дөрөҫ һулыш алырға өйрәнә, йырлау хатта ҡайһы бер һулыш юлы ауырыуҙарын еңергә лә булышлыҡ итә. Ә хор менән йырлау тотлоғоуҙың еңел формаһынан ҡотҡара.

Көйҙөң кеше психикаһына ыңғай йоғонто яһауы боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Был музыкаль әҫәрҙәр өйрәнгәндә ишетеү, күреү, һиҙеү кеүек ҡабул итеү функцияларының, хәтерҙең бер юлы эшләүе  менән бәйле. Һәр көн музыка мәктәбенә йөрөү балала тырышлыҡ, ихтыяр көсө лә тәрбиәләй. Тамашасы алдында сығыш яһау үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Ғөмүмән, музыка матурлыҡты тоя белергә өйрәтә.

Фото: fb.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: