+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
19 Октябрь 2021, 11:15

Балалар уйлап тапҡан

Баҡһаң, көндәлек тормошобоҙҙа хужалыҡта ҡулланған күп әйберҙәр, ҡоролмаларҙы балалар уйлап тапҡан икән.

Балалар уйлап тапҡан
Балалар уйлап тапҡан

Уларға шәп уй-фекерҙәр уйнап йөрөгән саҡтарында килгән.

Батут

Уны уҡыусы уйлап тапҡан, тип кем әйтһен инде. Американан 16 йәшлек үҫмер Джордж Ниссен башта тәүге батутын атаһының гаражында ҡорған. Сығарыуға патент алғас, шунда уҡ спорт ҡоролмаһы булып китмәй әле. Тәүҙә акробатик сығыштар өсөн файҙаланыла, унан осоусылар, космонавтар әҙерләгәндә ҡулланыла.

Тире ҡолаҡсын

Һыуыҡ ҡыш көнөндә Американың Мэн штатынан 15 йәшлек Честер Гринвуд коньки шыуғанда музыка тыңларға бик яратҡан. Тик һыуыҡта үҫмерҙең ҡолағы өшөгән. Өләсәһенең, башлыҡ кей, тиеүенә лә ыжлап бармаған. Уны бөтөнләй рәнйетмәҫ өсөн ҡолағына тире өлөшө ҡуйып, ҡолаҡсын кейә башлаған.

Фото: amp.lenta.ua, chips-journal.ru

Балалар уйлап тапҡан
Балалар уйлап тапҡан
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: