+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
23 Октябрь 2021, 14:10

Бармаҡ менән иҫәпләү

Балалар миҫал­ды cискәндә бармаҡ менән иҫәпләй башлаһа, атай-әсәй­ҙәр һәм ҡайһы бер уҡытыусылар тыя.

Бармаҡ менән иҫәпләү
Бармаҡ менән иҫәпләү

Эстән уйлап эшлә, тиҙәр. Бармаҡ менән иҫәп­ләүсенән көлөүселәр ҙә бар. Ә бының бер насарлығы ла юҡ. Ғалимдар хатта бармаҡ менән миҫал сисеүҙе хуплай ҙа. Былай эш итеү туранан-тура мейе менән бәйләнгән икән. Баҡ­һаң, кеше бармаҡтарын эшкә екмәгәндә лә, мәсьәлә сискәндә мейеһенең бармаҡтар менән бәйле өлөшө әүҙемләшә. Быны ғалимдар тикшереп ҡараған.
Әйткәндәй, Сидней университеты белгестәре лә ҡыҙыҡ ҡына нәмә асыҡлаған. Мәсьәлә яҙылған юл аҫтынан бармағы менән йөрөтөп уҡыған балалар уны тиҙерәк һәм еңелерәк сисә икән. Алгебранан да, геометриянан да. Ғалимдар ошо ябай ғына күренгән ысулды уҡыуҙа ҡулланыу өлгәште күпкә күтәрер ине, тигән фекерҙә. Һеҙ ҙә миҫал йәки мәсьәләне уҡығанда бармағығыҙ менән йөрөтөп ҡарағыҙ әле, ысынлап та, файҙаһы тейерме икән?

Э. РӘШИТОВА.

Фото: malchishki-i-devchonki.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: