+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
2 Ноябрь 2021, 13:55

11-се айҙың тарихы

Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта боронғо Мысырҙың төп халҡы был айҙы “эпифи” тип атаған.

11-се айҙың тарихы
11-се айҙың тарихы

Әлеге кеүек үк. Улар өсөн дә ул ун беренсе ай булып иҫәпләнгән. Ә боронғо Рим халҡы уны “ноуесетебер”, йәғни туғыҙынсы ай тип атаған. “Ноябрь” атамаһы латинса “новем” (туғыҙ) тигән һүҙҙән алынған, элек ул ҡыш айы булып һаналған. Боронғо Русь илендә ул тәүҙә туғыҙынсы ай булған. Ә XV быуаттан 1700 йылға ҡәҙәр өсөнсө ай булып килгән һәм “грудень”, йәғни “кантар” исеме менән йөрөтөлгән. “Кантар” – тимәк, тупраҡтың нығыныуы, боҙланыуы. Уны “боҙ айы” тип тә йөрөткәндәр.

Халҡыбыҙҙың боронғо календарында был ай 21-нә тиклем дауам иткән, ә 22-нән “буш” ай башланған. Ысынлап та, ай башында ҡыр эштәре генә түгел, мал-тыуар менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә шаҡтай кәмей бит. Боронғо төрки календары буйынса ноябрҙең төп өлөшө Ҡояштың Саян йондоҙлоғонда булған мәленә тура килә. Ул 21-енә тиклем дауам итә. Һуңынан Уҡсы йондоҙлоғона күсәбеҙ.

Фото: lifeo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: