+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
1 Декабрь 2021, 10:45

Ҡар бөртөктәре

Ҡар бөртөктәре! Ниндәй матурҙар, эйеме?

Ҡар бөртөктәре
Ҡар бөртөктәре

Ә бына уларҙың музыкаль булыуҙарын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Йәл, кеше ҡолағы ғына ишетә алмай шул. Һыуға килеп төшһәләр, саҡ ҡына өн сығаралар. Быны балыҡтар һәйбәт ишетә. Шулай ҙа өнәп бөтмәйҙәр, аҙыҡ тип уйлап, тырым-тырағай ташланалар.

Бер ҡар бөртөгө лә икенсеһенә оҡшамаған. Уларҙың бөтәһе лә алты мөйөшлө формала була. Һәр куб метрҙа – яҡынса 350 миллион тирәһе. Ҡар бөртөктәренең 95 проценты һауанан тора. Ҡыҙыҡ, шулай бит?

Уларҙың аҡ төҫтә булыуына барыбыҙ ҙа өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Антарктидала ҡар бөртөктәре ҡыҙыл, алһыу, көрән, күк тә була. Ни өсөнмө? Баҡһаң, ундағы ылымыҡтар арҡаһында икән.

Иң ҙур ҡар бөртөгө 1887 йылда АҠШ-тың Монтана штатында теркәлгән. Уның диаметры 38 сантимтерҙы тәшкил иткән. Ә ҡар бөртөктәренең уртаса диаметры – яҡынса 5 миллиметр.

Фото: placepic.ru

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: