+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
12 Ғинуар 2022, 15:55

Роботтар тәртип һаҡлай

Сингапурҙа роботтар тәртип һаҡлай башлаған. 

Роботтар тәртип һаҡлай
Роботтар тәртип һаҡлай

Дүрт тәгәрмәсле "Хавьер" тигән был аппараттарҙың төрлө камералары, датчиктары бар. Уларҙың төп эше - законһыҙ сауҙа итеүселәрҙе, тыйылған урында тәмәке тартыусыларҙы, тротуарҙа осраған скутер, мотоцикл йөрөтөүселәрҙе, шулай уҡ, пандемия сәбәпле тыйылһа ла, бер урында күпләп йыйылған кешеләрҙе табыу һәм динамик аша уларға ҡанун боҙоуҙары тураһында иҫкәртеү. Робот сәғәтенә 5 километр тиҙлектә хәрәкәт итә, ҡаршылыҡҡа осраһа, ҡырҡа боролоп китә ала. Батарейкаһы 5 сәғәткә етә. 

Әле "Хавьер" тәжрибә үтә. Һынау осоро бөткәс, тәртип боҙоуҙы иҫкәртеп кенә ҡалмай, туҡтатырға ла мәжбүр итә алырмы, билдәһеҙ...

Фото:  twitter.com / @WorldActually

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: