

Ә тарихы былай: Мәскәү янында йәшәүсе Александра Мамонтова бер ваҡыт Японияға бара. Бында ул башы оҙонсараҡ итеп яһалған, матур итеп биҙәлгән Йоко-сан исемле ҡурсаҡ һатып ала. Башы боролоп асмалы булғас, ул бик аптырай, ә унда тағы ла ике ҡурсаҡ барлығын күргәс, бөтөнләй хайран ҡала. Мәскәүгә ҡайтҡас, Александра ошондай уҡ ҡурсаҡтар эшләтергә ҡарар итә.
Василий Звездочкин тигән оҫта яһап килтергән ҡурсаҡтар Мамонтоваға оҡшай. Танылған рәссам Поляковтың уҡыусыһы Сергей Малютин биҙәп тә ебәргәс, бик матур матрёшкалар килеп сыға.
1900 йылда Матрёшка Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнашып, бронза миҙал яулай. Бынан инде был уйынсыҡтарҙы эшләү киң тарала.