+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беләһеңме?
30 Января 2022, 05:50

Ҡар бөртөктәре

Беҙ  бәхетле, сөнки йылдың дүрт миҙгелен дә күреп йәшәйбеҙ. Ә бит планеталағы күп халыҡтарға ундай һөйөнөс тәтемәй.

Ҡар бөртөктәреҠар бөртөктәре
Ҡар бөртөктәре

Шуға күрә ҡар-боҙ тураһындағы фәндең - гляциологияның нәҡ Рәсәйҙә тыуыуына аптырарға түгел. Илебеҙҙә был йәһәттән иң белдекле кеше тип Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры, гляциологы Владимир Котляков һанала. 

Ҡар бөртөктәре формалары коллекцияһында 5 мең төр иҫәпләнә икән. Билдәле бер температурала улар алты мөйөшлө булып "тыуа". Ләкин ергә төшкәндә үҙ формаларын төрлөсә үҙгәртә алалар. 2-3 саҡрымлыҡ юлды дымлылығы һәм температураһы төрлөсә булған һауа ҡатламдары аша үтеп, бәғзеләренә һырҙар өҫтәлә, икенселәре ҡалынлығын үҙгәртә. 

  Ҡар бөртөктәре күбеһенсә ике төргә бүленә. Тышта минус 20-25 градустан түбәнерәк икән,улар - алты мөйөшлө пластиналар йәиһә йондоҙсоҡтар, ә температура 25 градустан юғары булһа, энәле оҙонса призмалар рәүешендә яуа.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from=

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас