+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
1 Март 2022, 14:05

Шоколад файҙалы ла

Шоколад ашарға яратаһыңмы? Улайһа, уны дөрөҫ һайларға ла өйрән. Шоколадта мотлаҡ какао-май булырға тейеш. Юғиһә, ул шоколад түгел, ә "татлы плиткә" генә. 

Шоколад файҙалы ла
Шоколад файҙалы ла

Уныһының хаҡы ла күпкә арзаныраҡ булырға тейеш. Сифатлы шоколад ауыҙҙа иреп бара, ә өҫтө ялтырап тора. Ҡарамаҡҡа ҡаты күренһә лә, шоколад еңел генә, нисектер сытырлап һына. Шоколадтың өҫтө аҡһыл икән, был дөрөҫ  һаҡланмау хаҡында һөйләй. 

Был татлы ризыҡ файҙалы ла. Уның составындағы теобромин тигән матдә йүткереүҙән дауалай, кәйеф яҡшырыуға булышлыҡ итә. Кальций менән марганец һөйәктәрҙе һәм нерва системаһын нығыта, антиоксиданттар яман шеш ауырыуы менән көрәшергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, шоколад мейенең ижади эшмәкәрлек өсөн яуаплы өлөшөнөң әүҙемлегенә ыңғай йоғонто яһай. 

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: