+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
19 Март 2022, 11:40

Донъялағы иң ҙур шоколад

Шоколад ашарға яратыусылар, моғайын, был мәғлүмәтте белмәйҙер әле. Донъялағы иң ҙур шоколадты 2011 йылдың көҙөндә Британияның "Thorntons" фабрикаһында эшләгәндәр. Ул етештереүсе компания хеҙмәткәре Пол Беллдың идеяһы буйынса әҙерләнгән.  

Донъялағы иң ҙур шоколад
Донъялағы иң ҙур шоколад

Шоколадтың ауырлығы - 5 792 кг. 4 метрға 4 метр булған шаҡмаҡ формала яһалған. Иҫәпләп ҡараһаң, был ҙур тәмлекәстән 75 мең плиткалы шоколад эшләргә булыр ине.  Әлбиттә, ҙур шоколад Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. 

Фото:https://yandex.ru/images/searc

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: