+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
22 Март 2022, 17:05

Ә һин беләһеңме?

Ер шарының дөйөм майҙанының 70,8 процентын һыу биләп тора. Һыу ҡаплаған майҙан 361,45 миллион квадрат метр тәшкил итә. Тик был һыуҙарҙың бик аҙы, яҡынса 20 проценты ғына эсергә яраҡлы, ҡалған һыу бик тоҙло.

Ә һин беләһеңме?
Ә һин беләһеңме?

Иң ҙур океан - Тымыҡ океан.

Рәсәй территорияһында 13 диңгеҙ бар. Ил ҡарамағындағы диңгеҙҙәрҙең дөйөм майҙаны - 7 миллион квадрат метр.

Башҡортостанда бөтәһе 12 мең 725 йылға (унда бәләкәйҙәре лә  инә) бар. Күлдәр ике меңдән ашҡан.

Иң ҙур йылғабыҙ - Ағиҙел, ул 1420 саҡрымға һуҙыла. Унан һуң Ҡариҙел килә - 918 саҡрым, Дим йылғаһы - 556 саҡрым, Әй - 549 саҡрым.

Республикабыҙҙа иң ҙур күл - Асылыкүл. Ул Дәүләкән районында урынлашҡан. Унан һуң Ҡандракүл килә.

Тәбиғи булмаған һыуһаҡлағыстар ҙа бар. Уларҙың иң ҙуры - Павловка һыуһаҡлағысы, ул Нуриман районында урынлашҡан. Мәләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысы ла ҙур ғына. Ә Күгәрсен районында төҙөлгән Йомағужа һыуһаҡлағысы заманса, матур булыуы менән айырылып тора.

Фото:https://yandex.ru/images/search?t

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: