+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
24 Март 2022, 13:10

Wi-Fi хатта гөлдәргә лә зыянлы

Ғалимдар Wi-Fi сәләмәтлектең ҡаҡшауына килтереүе ихтимал, тип белдерә. Данияла улар балаларҙа һәм бүлмә гөлдәрендә һынауҙар үткәргән. 

Wi-Fi хатта гөлдәргә лә зыянлы
Wi-Fi хатта гөлдәргә лә зыянлы

Бер төркөм уҡыусылар Wi-Fi селтәренә тоташтырылған телефондарын яҫтыҡ аҫтына һалып йоҡлаған. Беренсе төндән һуң уҡ балалар баш ауыртыуына, иғтибарҙы туплауы ауыр булыуына зарланған. Тәжрибәнең икенсе өлөшөндә уның бүлмә гөлдәренә тәьҫире тикшерелгән. 6 гөлдө 12 көнгә Wi-Fi сығанаҡлы бүлмәгә бикләгәндәр, тағы 6 гөл ябай бүлмәгә урынлаштырылған. Тәжрибә тәғәйенләнгән ваҡыт үтеүгә беренсе бүлмәләге гөлдәр һулыған, икенсе бүлмәләге гөлдәр сәскә атыуын дауам иткән. Wi-Fi-ҙың тәьҫир итеү механизмы әлегә өйрәнелмәгән., бының өсөн ҙур һынауҙар үткәреү кәрәк буласаҡ. Шулай ҙа ғалимдар хәҙерҙән үк йоҡларға ятҡанда уны һүндерергә һәм телефондарҙы карауаттан 1,5 метр арала тоторға кәңәш итә

Телевизорҙы күп ҡараған балалар ҙә әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙе аңлау һәләтен юғалта икән. Тәжрибә 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалар менән үткәрелгән.

Бүлмәлә телевизор даими тоҡандырып ҡуйылған булһа, бала башҡа кешеләрҙең кәйефен һәм тойғоларын насарыраҡ аңлай икән. Артабан был аралашыуҙа ҙур проблемалар тыуҙыра.

Фото: https://i.pinimg.com/originals/84/d9/

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: