-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
6 Апрель 2022, 16:46

Бүҙәнәнән ниндәй файҙа?

Бүҙәнәне икенсе төрлө бытбылдыҡ тип тә йөрөтәләр.

Бүҙәнәнән ниндәй файҙа?
Бүҙәнәнән ниндәй файҙа?

Энциклопедияла уға шундай билдәләмә бирелгән: тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡарай. Ғәҙәттә 8 – 13, ҡайһы ваҡыт 18‑гә тиклем, ҡараһыу көрән таптары һәм төртөктәре булған охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 17 – 20 көн баҫа.

Ә был ҡоштоң йомортҡаһы нимә менән файҙалы һуң? Беренсенән, уның тән температураһы 42 градус булғас, улар бер ҡасан да йоғошло ауырыуҙарға дусар булмай. Шуға күрә йомортҡаһын сей көйөнсә лә ҡуллана алабыҙ. Икенсенән, тауыҡ йомортҡаһына ҡарағанда, В1 һәм В2 витаминдары 2,5 тапҡырға күберәк. Өсөнсөнән, ҡабығы кеше һөйәктәренең составы менән тап килә, йәғни кальций күп. Шулай уҡ бүҙәнә йомортҡаларын ҡулланыу төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Мәҫәлән, аҙ ҡанлылыҡ, рахит, астма, диабет, нервылар ҡаҡшағанда.

Фото https://dengodel.com/management/razvedenie-perepelov.html алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: