+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
21 Апрель 2022, 10:55

Ағасҡа үрмәләүсе балыҡтар ҙа була

Эйе, эйе! Бар ундай балыҡтар. Әлбиттә, ағас башына үрмәләп менеп барған балыҡты күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әммә диңгеҙ балыҡтарының шундай төрҙәре лә бар икән.

Көнбайыш Африка ярҙарында осрағандары офтальмус йәки ләмле һикергестәр тип атала. Уларҙың оҙонлоғо — 15 сантиметр самаһы.

Башҡаларҙан айырылып торған был балыҡтар үҙҙәрен ҡорола ла һыуҙағы кеүек иркен тоя. Ярҙа улар бөжәктәр менән туҡлана. Берәй ҡурҡыныс тыуа ҡалһа, ләмгә күмелә йәки күкрәк йөҙгөстәре менән ағасҡа үрмәләп менә.

***

Ә һөмбаш тигән балыҡтар 3 метрҙан ашыу бейеклеккә һикерә ала.

***

Тымыҡ океанда һыу һиптереүсе балыҡ йәшәй. Ул һиптергән һыу фонтаны 5 метрға тиклем етә.

Фото: https://avatars.mds.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: