Иртәнге сәй әүҙемлеккә килтерә. Ул эсәктәрҙе, ашҡаҙанды таҙарта. Сәй эстән бөтөн артыҡ матдәләрҙе сығара, тамырҙарҙағы май ҡатламын эретә.
Төштән һуңғы сәй аҙыҡты үҙләштерергә ярҙам итә, тик дөрөҫ итеп эсә белергә кәрәк. Аш ваҡытында һәм ашап бөткәс тә уны эсергә ярамай. Составында май булмаған һәр ҡайһы эсемлек ашҡаҙан һутын шыйыҡлай һәм эшкәртеүгә ҡамасаулай. Сәйҙе ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә эсергә кәңәш ителә.
Киске сәй шулай уҡ ашты яҡшыраҡ эшкәртә, майҙарҙы тарҡата, организмды төнгөлөккә әҙерләй. Тик уны киске сәғәт 8-9-ҙан һуң эсмәгеҙ. Ошолай иткәндә, уянмайынса ҡаты йоҡларһығыҙ, ә иртән еңел торорһоғоҙ.
Әгәр ҙә сәй эсеүҙе һәм төштән һуң бер ниндәй ҙә тәм-том ашамауҙы ғәҙәткә индерһәгеҙ, үҙегеҙҙе еңел хис итә башларһығыҙ. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ, бер ни тиклем ваҡыт үткндән һуң, буй һынығыҙ зифа һәм һығылмалы булыр.
Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».
Фото: https://u-f.ru/sites/