+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
26 Апрель 2022, 13:40

Тәҙрә төбөм — гөл-сәскә

Тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп, йәм биреп, тәҙрә төптәрен биҙәп ултырған гөлдәргә ҡарап һоҡланмаусылар һирәктер. Ә гөлдәрҙең матурлыҡ өсөн генә түгел, һаулыҡ өсөн дә файҙалы булыуын, уларға бәйле төрлө юрау, ышаныуҙар йәшәп килгәнен белә инегеҙме?

Рауза гөлө — ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.

Яран гөлө — тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе «һыйҙырмай», яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.

Фиалка — төрлө ауырыуҙарҙы ҡурсалай. Уны «тәрбиәсе гөл» тип тә әйтәләр, сөнки балаларҙы ярата.

Толстянка йәки «аҡса гөлө» — муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән — тинлек аҡсаға, эре булһа — ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән — тиҙ арала байырһығыҙ.

Үрмәле гөл (плющ) — өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан сығып китә.

Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул тиклем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй.

Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».

Фото: https://original-present.r

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: