+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
27 Май 2022, 16:05

Шыршы һымаҡ үҫкән ҡыярҙы күргәнегеҙ бармы?

Булмаһа, үҫтереү алымының серҙәре менән уртаҡлашабыҙ. Бының өсөн беҙгә өс метр оҙонлоғондағы тимер торба йәки ағас һайғау кәрәк буласаҡ.

Ныҡлы булһын өсөн уның бер метр өлөшөн ергә күмергә. Ошо бағана тирәләй диаметры бер метр самаһы булған түңәрәк түтәл эшләнә. Ерҙе йомшартып, бер биҙрә компостҡа ике стакан көл ҡушып, сәсеү өсөн түтәл әҙерләйбеҙ.

Түңәрәктең ситке өлөшө буйлап, 30 сантиметр тирәһе ара ҡалдырып, ҡыяр сәсәбеҙ. Бер түтәлгә яҡынса 9 — 10 орлоҡ китә. Был ысул менән сәселгән ҡыяр асыҡ һауала үҫкәнгә күрә, ҡырау төшөү ҡурҡынысы тулыһынса үткәс кенә эшкә тотонорға кәңәш ителә.

Ҡыярҙар сыҡҡас, һәр береһенең янына шына йәки тимер сым ҡаҙап, торбаның өҫкө өлөшөнә ҡарай  еп һуҙабыҙ. Бағананы нығытып ултыртмаҫ борон, епте бәйләү сараһын да уйларға кәрәк. Тәүге мәлдә ҡыярҙарығыҙҙы еп буйлап үҫергә йүнәлеш бирһәгеҙ, тиҙҙән улар үҙҙәре үк өҫкә табан ҡалҡынып, ҡуйы ғына «шыршы» барлыҡҡа килтерер.

Бындай түтәлгә һыу ҡойоу һәм ҡыярҙарҙы йыйып алыу бик уңайлы. Шулай уҡ борсаҡ менән фасолде лә ошо ысул менән үҫтерергә мөмкин.

Мәғлүмәт һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: