+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
5 Июнь 2022, 15:00

Дегәнәк япрағының шифаһын беләһеңме?

Дегәнәк япрағын ҡулланғанығыҙ бармы? Йәй көнө тәбиғәткә сыҡһағыҙ, башығыҙҙа баш кейеме йә яулыҡ булмаһа, дегәнәктең  киң япраҡтарын башығыҙға һалырға мөмкин. Ул эҫелектән һаҡлай, шул уҡ ваҡытта баш ауыртыу ҙа туҡтай.

Дегәнәк япрағының шифаһын беләһеңме?
Дегәнәк япрағының шифаһын беләһеңме?

Әйткәндәй, япраҡты әҙерәк парға тотоп алығыҙ ҙа йөнлө яғын башығыҙға һалып, өҫтөнән шыптыр ҡапсыҡ ябып, яулыҡ бәйләргә була. Был ысул - баш ауыртыуынан шифалы дауа. Сәстәргә лә бик килешә.

Йәйге бесән мәлендә  лә уның япраҡтарын ҡулланырға була. Битте тура төшкән ҡояш нурҙарынан да һаҡларға мөмкин ошо япраҡ менән.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: