+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
26 Июль 2022, 15:40

Хәтер өсөн иң шәп дауа

Иртәнге аш менән бергә бер-ике алма ашап йәки уның һутын эсеп ҡуйыу яҡшы булыр. Ни өсөнмө?

Хәтер өсөн иң шәп дауа
Хәтер өсөн иң шәп дауа

Баш мейе­һендәге хәтерҙе юйыусы күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә икән. Массачусетс штатындағы институттың фәнни хеҙмәткәрҙәре ошондай һығымтаға килгән.
Тәүҙә лабораторияла сыс­ҡандарҙың баш мейеһенең ҡартайыуына алма һутының нисек тәьҫир итеүен өйрәнгәндәр. Көн һайын улар эсә торған һыуға алма һуты өҫтәп, тәжрибә үткәреп ҡарағандар. Был һыуҙы эскәндәре лабиринттан сығыу кеүек ғәҙәти һынауҙы уңышлыраҡ үтәгән.
Массачусетс штатындағы институтта күҙәнәкле нейробиология үҙәгенең директоры Томас Ши әйтеүенсә, алма һәм уның һутын диета рәүешендә ҡулланыу мейене эске көсөргәнештәрҙән һаҡлай икән.

Фото: domstrousam.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: