Ғалимдар шулай ти. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә йылмайғың килер.
Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған. Ул: 53 мускулды эшләтә, бәхетлерәк итә, стресстан ҡотҡара, тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа). Әйткәндәй, сабыйҙар көнөнә уртаса 200 тапҡыр йылмая. Сағыштырыу өсөн: ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә - уртаса 62, ә ир-аттар ни бары 8 мәртәбә генә йылмая икән.
Сығанаҡ: bashgazet.ru
Фото: bugaga.ru