+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
7 Ноябрь 2022, 15:55

Ә һин беләһеңме?

Эттәр үҙ-ара тауышланып һәм еҫкәнеп кенә түгел, ә ым менән дә аралаша икән. Быны итальян ғалимдары асыҡлаған.

Ә һин беләһеңме?
Ә һин беләһеңме?

Пиза ҡалаһы университеты ҡарамағындағы тәбиғи тарих музейы хеҙмәткәрҙәре 49 эт ҡат­нашлығында тәжрибә үткәргән. Улар дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы күҙәтеп, уйнағанда бер-береһенә ым менән яуап биреүҙәрен, шул рәүешле үҙ-ара теләктәшлек күрһәтеүҙәрен күргән. Мәҫәлән, компаниялағы күңелле һәм шатлыҡлы мөхит тураһында улар­ҙың йылмайыуҙы хәтерләтеп асылған ауыҙҙары һөйләһә, икенсеһе янына килеп, ергә ятыуы уйнарға саҡырыу үтенесен белдерә икән. Эттәр элекке таныштары менән үҙҙәрен хислерәк тотҡан, тәмлекәстәре менән дә теләп бүлешкән, ти.

Сығанаҡ: salauat.ru

Фото: pes.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: