-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
9 Ғинуар 2023, 09:35

Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?

Декабрь урталарында Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай Өфөгә лә килеп киткәнен беләһегеҙ инде. Тимер юл вокзалында уны ҡаршыларға баш ҡалабыҙҙан бик күп кешеләр килде, хатта яҡын райондарҙан балалар ҙа бар ине.

Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?

Матур итеп биҙәлгән Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап сәйәхәткә сыҡҡайны. Беҙгә тиклем дә бик күп ҡалаларҙа булған, Өфөнән һуң да сәфәрен дауам итте.
Баш ҡала халҡы поездың төрлө вагондарында булып, Ҡыш бабай бүлмәһен, сувенирҙар, күстәнәстәр тулы, матур итеп биҙәлгән урындарҙы ҡарап, кафеларына инеп, туңдырмалар менән һыйланып сыҡты.
Оҙон сәфәренән һуң Рәсәйҙең төп Ҡыш бабайы үҙенең төп һарайына ҡайтып китте. Бөйөк Устюгта Яңы йыл байрамын ҡарарға килгән балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен ҡаршы алырға ашыҡты.
Ҡыш бабайҙың резиденцияһы Вологда өлкәһендә урынлашҡан. Бөйөк Устюг ҡалаһынан 13 саҡрым алыҫлыҡтағы был батшалыҡ 43 гектар ерҙе биләй. Тирә-яғы – ҡарағай урманлығы.
Төп ҡапҡанан килеп ингәс тә һеҙҙе Әкиәт һуҡмағы ҡаршылаясаҡ. Артабан – Урмансы өйө, Тылсымлы ҡоҙоҡ, Сихырлы күпер. Ә инде Ҡыш бабайҙың өйөндә уның ярҙамсылары бөтә бүлмәләрҙе лә күрһәтеп сығасаҡ. Әкиәттәр һандығы, тылсымлы лаборатория, обсерватория, китапхана, эш урыны һәм төрлө әкиәти кейемдәр гардеробы. Аҙаҡ тирмә хужаһы үҙе ҡунаҡтарҙы тәхет залында ҡаршы ала.
Ә ҡаланың үҙендә Ҡыш бабай­ҙың тағы бер резиденцияһы һәм Ҡыш бабай почтаһы бар.
Икенсе Ҡыш бабай Яҡутстандың Оймякон районындағы Эбе-Хая тип аталған боҙ мәмерйәһендә урынлашҡан. Уны – Чысхаан, ә Ҡарһылыуҙы Хаарчаана тип йөрөтәләр. Бында йыл һайын Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай һәм бөтә донъянан әкиәти геройҙар ҡунаҡҡа килә. Ни өсөн? Сөнки улар яҡут Ҡыш бабайының ҡулынан һыуыҡ символын ала. Чысхаандың резиденцияһы – мәңгелек боҙлоҡтан торған коридор, стеналары һәм түбәһе иҫ киткес матур боҙ кристалдары менән балҡый. Артабан тәхет залы һәм һаҡлағыс бүлмәләре бар. Мәмерйәлә температура – минус 10 градус ҡына. Тыштағы һалҡынлыҡ менән сағыштырғанда, бында, ысынлап та, йылы.
Чысхаандың кейеме эвенк һәм яҡут орнаменттары менән биҙәлгән. Боронғо легендаға нигеҙләнгән баш кейеме – Ҡыш үгеҙе мифик образында мөгөҙҙәр менән эшләнгән.
Өсөнсө Ҡыш бабайҙың резиденцияһы Бүрәтстандың Улан-Удэ ҡалаһындағы Этнография музейында икән. Ап-аҡтан кейенгән Ҡыш бабайҙы Сагаан Убгэн тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, бүрәт Ҡыш бабайы Рәсәйҙекенән 800 йәшкә өлкәнерәк. Раштыуаға хәтле 600 йыл элек үк уның хаҡында телгә алына. Ә Ҡыш бабай – унан байтаҡ һуң йәшәгән Изге Николай образы.
Этнография музейынан «Әкиәти саҡрым» тигән юл билдәләре ҡуйылған, унда башҡа төрлө әкиәт геройҙары йәшәй.
Бүрәтстанда Яңы йылды Сагаалган тип йөрөтәләр һәм уны Будда йолаһы буйынса февраль-март айҙарында билдәләйҙәр. Сагаан Убгэндың саҡырыуы буйынса бында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән рәсми Ҡыш бабай­ҙар ҙа ҡунаҡҡа килә.
Дүртенсе Ҡыш бабай – Карелиянан Һыуыҡ Паккайне. Уның биләмәһе Олонец ҡалаһында. Һыуыҡ Паккайне – иң йәш Ҡыш бабай. Уның һаҡалы ла, тылсымлы таяғы ла, башҡа нәмәләре лә юҡ. Өҫтөндә – камзул, плащ. Ярыштар үткәрергә, уйындар ойошторорға ярата.
Паккайненың резиденцияһы Олонец милли музейы янындағы сауҙагәр йортонда урынлашҡан. Ул 2014 йылда ғына асылған. Ике төп бинала сауҙагәр лавкаһы һәм яңы йыл келәте бар. Бында шу­лай уҡ тылсымсының ғаилә ҡомартҡылары ҡуйылған. Мәҫә­лән, һыуыҡ көндә юлда ҡайтып барғанда ул санала тыуған икән. Килеүселәр шул сананы ла күрә ала.
Бишенсе Ҡыш бабай Яңы Ҡырлайҙа. Уның өйө – Ҡазандан 80 саҡрым алыҫлыҡта. Ҡарһы­лыу­ҙың исеме – Ҡар ҡыҙы. Бында шулай уҡ Шүрәле, Батыр, Убырлы ҡарсыҡ, Шайтан кеүек әкиәт геройҙары бар. Ҡыш бабайҙың кейеменә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, милли биҙәктәр тегелгән, ә төҫө – йәшел. Башын­да – йөн түбәтәй.
Ә башҡорт Ҡыш бабайының биләмәһе ҡайҙа һуң? Бер йылды уны Ирәмәл тауының итәгендә эшләнеләр ҙә парт аттарҙа елеп, Башҡортостан буйлап баш ҡалабыҙ Өфөгә хәтлем килеп еткәйне. Унан һуң Торатау итәгендә лә булды Ҡыш бабай тирмәһе. «Торатау» конгресс-холы янындағы «Ватан» этнопаркында ла ҡабул итте Ҡыш бабай. Быйыл Ағиҙел яры буйында резиденцияһы. Ә ни өсөн һаман да уның даими биләмәһе юҡ? Балалар Ҡыш бабайға хаттар яҙа. Шулар­ҙы ҡабул итерлек биләмәһе булырға тейештер бит. Һуңынан Яңы йыл байрамына, төп шыршы янына килеп, теләктәрен тор­мош­ҡа ашырып, бүләктәрен таратыр ине.
Әле республикабыҙҙа туризмды үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Ҡыш бабай резиденцияһын төҙөгәндә унда Яңы йыл көндәрендә генә түгел, баш­ҡа ваҡытта ла экскурсиялар ойошторорға була бит. Тик уны һәр миҙгелдә лә ҡарарлыҡ, ылыҡтырғыс итеп төҙөргә генә кәрәк. Ау, ҡайҙа һеҙ, эшҡыуарҙар, инвесторҙар, тип ҡысҡырғы килә. Сөнки Башҡорт Ҡыш бабайы тип, Ирәмәлдә ваҡытлыса биләмәһен булдырғанда Татарстанда был хаҡта уйламайҙар ҙа ине әле. Ә хәҙер улар беҙҙән алдараҡ өлгөрҙө. Бәлки, беҙҙә лә берәйһе тотонор был изге эшкә.
Ышанайыҡ. Өмөтләнәйек. Әгәр балалар ҙа хаттар яҙһа, бәлки, өлкәндәр ишетер...


Азамат МӘҺӘҘИЕВ.

Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Рәсәй Ҡыш бабайы нисәү? Ә Башҡортостандыҡы ҡайҙа?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: