Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш Йәки ябаға(ябаға тай)
Тай — ике йәшкә тиклем.
Ҡонан (иркәк мал), ҡонажын (орғасы мал) - ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы.
Дүнән, дүнәжен - өс йәштән дүрт йәшкәсә.
Дүрт йәштән иркәк мал - айғыр. Орғасы мал - беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә.
Артабан ҡолонламаған бейә - тыу (ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр - һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр - алаша.
https://ba.wikipedia.org/wiki/ сайтынан.