+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
17 Ғинуар 2023, 16:00

Иң бәләкәй буйлы кеше Иранда йәшәй

Иранда йәшәүсе 20 йәшлек Афшин Эсмаил Гадерзаде, донъяла иң бәләкәй буйлы кеше булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына ингән.

Иң бәләкәй буйлы кеше Иранда йәшәй
Иң бәләкәй буйлы кеше Иранда йәшәй

Ул быға тиклем булған рекордсмен Эдвард Эрнандестан 7 сантиметрға ҡыҫҡараҡ.

Афшиндың буйы - 65,21 сантиметр, етлекмәйсә, 700 граммлы булып донъяға килгән. Хәҙер ул - 6,5 килограмм ауырлыҡта. Егет үҙенең үҙенсәлеге менән килешкән. Ул бейергә, футбол һәм мультфильмдар ҡарарға ярата икән. 

-Атай-әсәйемә ярҙам итәһем килә, танылыу миңә был мөмкинлекте бирер, - ти ул.

 

Сығанаҡ: "Манзара" гәзитенән.

Фото: dosuga.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: