Улар Антарктика ярында, Яңы Зеландия, Австралияның көньяғында, Көньяҡ Америкала, экваторға яҡын Галапагос утрауҙарында йәшәй. Әммә шулай ҙа Антарктикала һәм уға яҡын утрауҙарҙа күберәк осратырға мөмкин. Ҙур-ҙур колонияларға берләшеп йәшәйҙәр.
Башҡа ҡоштарҙан улар һыуға яраҡлашҡан булыуҙары менән айырылып тора. Кәүҙәләре йөҙөү өсөн ныҡ ҡулай, сәғәтенә 10 километр тиҙлек менән йөҙә алалар. Ҡайһы бер төрҙәре 200 метр тәрәнлеккә сумыу һәләтенә эйә. Ә бына ҡоро ярға сыҡҡас, киреһенсә, яй ғына атлап йөрөйҙәр. Ошолай тәпәй баҫып атлай алыуҙары менән башҡа ҡанатлы ҡоштарҙан айырылып тора ла инде үҙҙәре. Ҡарлы ерҙән барғанда ҡолап китмәҫ өсөн пингвиндар эстәренә ята һәм ҡанаттары, тәпәйҙәре менән этенеп хәрәкәт итә. Улар балыҡ, ҡыҫала менән туҡлана. Был үҙенсәлекле ҡоштар 25 йылға ҡәҙәр йәшәй ала.