Керчь – Миәкә районы Илсеғол ауылынан һуғышҡа алынып, Германияға тиклем барып етә. Бик күп сит йылғаларҙың һыуын эсеп, ике тапҡыр яраланып, дауаланып, яңынан яуға инә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты ул. Хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов 4 тапҡыр орден, 3 тапҡыр миҙал менән наградлана. Бында Ҡоростоң да өлөшө бар, әлбиттә.
1947 йылда маршал Семён Будённый ҡушыуы буйынса яугир ат тыуған ауылына ҡайтарыла. Керчь тыныс тормошта хеҙмәт итеүен дауам итә. Легендар ат 23 йыл йәшәй. Илсеғол ауылында уға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Быйыл Миәкә районының Илсеғол ауылында башҡорт кавалерия дивизияһының легендар хәрби аты Керчҡа һәйкәл дә асылды. Уның скульпторы – Илдус Наил улы Закиров.
Әйткәндәй, 2022 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" пьесаһы буйынса спектакль ҡуйылды.
Фото: vk.com.