Баш бармаҡ. Баш бармаҡтағы нөктәләр йөрәк һәм үпкәгә тәьҫир итә. Йөрәк тибеше көслө булғанда, баш бармаҡҡа массаж эшләгеҙ.
Имән бармаҡ. Ашҡаҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Эс ауыртһа, ризыҡ эшкәртелеүгә бәйле проблемаларығыҙ булһа, ошо бармаҡҡа массаж яһағыҙ.
Урта бармаҡ. Ҡан әйләнешенә бәйле. Күңел болғанһа, баш әйләнһә, йоҡлап китә алмаһағыҙ, урта бармаҡҡа массаж яһағыҙ.
Сығанаҡ бармаҡ. Кәйефкә тәьҫир итә. Кәйеф төшкәндә, депрессиянан, ҡурҡыу хисе тыуғанда ошо бармаҡты ыуырға кәрәк.
Сәтәкәй бармаҡ. Бөйөр эшмәкәрлегенә бәйле. Бөйөр ауырыуҙары ваҡытында белгестәр сәтәкәй бармаҡҡа массаж яһарға кәңәш итә. Баш ауыртҡанда ла организмға был бармаҡ аша тәьҫир итәргә була.
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.