-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
23 Июнь , 20:42

Беҙ – тәбиғәт дуҫтары!

Краснокама районынан шиғыр.

Тәбиғәтте яҡлайыҡ,
Матур итеп һаҡлайыҡ.
Һәр кем был ерҙә йәшәргә
Хаҡлылығын аңлайыҡ.

Ерҙә беҙҙең өсөн тип
Үҫә матур сәсәктәр.
Яуыз ҡулдар өҙмәһә,
Һәр ваҡыт үҫәсәктәр.

Болондарҙа күбәләктәр
Һоҡландыра күңелде.
Төрлө-төрлө ағастар
Йәлеп итә һәр кемде!

Тик ошо ағастарҙы
Ҡалдырмайса киҫәләр,
Урманһыҙ киләсәктә
Ни эшләрҙәр кешеләр?

Тәбиғәт бөтһә әгәр,
Кешелек тә бит бөтә.
Шуға күрә уйла ныҡлап:
Алда һине ни көтә?

Эх, күңелле йәй көнөндә
Тәбиғәт ҡосағында.
Түбәнгене иҫтә тотоу
Кәрәктер шул сағында:

Ағасты һындырмағыҙ,
Ҡош ояһын боҙмағыҙ.
Йылғаны бысратмағыҙ,
Быяла, сүп атмағыҙ.

Эҫе саҡта, ҡоро саҡта
Урманда ут яҡмағыҙ.
Тәбиғәт – уртаҡ йортобоҙ,
Уны берүк һаҡлағыҙ!


Самира МАННАПОВА.
Краснокама районы, Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: